Мы используем файлы cookie для повышения удобства нашего сайта

Президент Республики Башкортостан
Государственное собрание
Правительство Республики Башкортостан
Официальный интернет-портал
Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан
Яндекс.Метрика
Главная > Видеогалерея

Видеогалерея

28.06.2022

Ай башынан алып Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы һыуға батҡан өс кешене ҡотҡарған

 

Һыу инеү миҙгелен беҙҙең халыҡ традицияларҙан тайпылмай уйын-көлкө, йыр-бейеү менән асып ебәрә. Дәртләнеп алғас диңгеҙ ҙә тубыҡтан тойола башлай. Баш ҡаланың Йылы күлендә балыҡ ҡармаҡларға яратҡан Радик бындай концерттарға йыш тамаша ҡыла. Ләкин ғәҙәттә бындай «артистар» сығышы күңелһеҙ тамамлана, ти ул.

Йылы күле – Инорс биҫтәһендә йәшәүселәрҙең яратҡан урыны. Ләкин уның һәр яғы ла ял итеү өсөн тәғәйенләнмәгән. Ләкин халыҡ ҡайҙа яҡын, шунда һыу инергә төшә. Хәүефһеҙлек был осраҡта бөтөнләй инҡар ителә. Ҡотҡарыусыларҙың маҡсаты – иҫкәртеү һәм шул рәүешле үҙ теләге менән упҡынға төшөүселәрҙе мөмкин тиклем күберәк йолоп алып ҡалыу. Ял итеүселәр теше-тырнағы менән ҡаршылаша.

Ә ҡотҡарыусыларҙың, ысынлап та, хоҡуҡтары сикле. Улар иҫкәртеүҙән, мәғлүмәт буклеттары таратыуҙһан ары китә алмай. Ә бына йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәренең ниндәй ҙә булһа вәкәләттәре бар. Әммә улар ҙа , әгәр кеше үҙе аңламай икән, кәртә түгел.

Ул арала статистика көндән-көн күңелһеҙләнә бара. Йыл башынан алып һыуҙа 33 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ғәмһеҙлектең һуңғы ҡорбаны кисә генә теркәлде. Биш йәшлек бала һыуға батып үлде.

 

Ссылка на источник


Вход