28.06.2022
Һауа торошо ҡыҙынырлыҡ булмаһа ла, халыҡ йылға буйына ял итергә төшә. Башлыса "батырайып" алғандар һыуға бата, ти ҡотҡарыусылар. Көндәрҙең аяҙытыуы кеше ғүмере һағында тороусылар өсөн тағы ла мәшәҡәт тыуҙыра. Ҡала халҡы рөхсәт ителмәгән урындарға ял итергә эркелә. Ҡотҡарыусылар ҙа сираттағы рейдҡа сыҡты.